+17 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
5 Август , 14:40

Бал ҡорто

Гиҙеп туғай-болондарҙы

Бал ҡорто
Бал ҡорто

Йыяһың сәскә һутын,
Бөтә донъяға танытып,
Арттырҙың милләт ҡотон.

Ҡояш нурына мансылған
Алтынһыу һары төҫтә,
Кәрәҙеңә бал тулғансы
Кәрәк уңғанлыҡ, көс тә...

Нескә билең биштән быуып,
Көн буйы етә эшең!
Шуғалыр ҙа йыйған балың
Татлы,хеҙмәт емешең!

Күккә күтәреп маҡтарлыҡ
Тырыш, етеҙ бал ҡортон!
Исемеңә есемеңде
Тап ҡылһаңсы, баш ҡортом!

Минира БИКӘНӘСОВА.

Фото: etsystatic.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в