+15 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
5 Август , 09:35

Йома көн

Мосолманда иң ҙур байрам,

Йома көн
Йома көн

Изге көн - ул Йома көн,

Көндәрҙең иң Олоһо тип

Һанала ул Йома көн!

Йома көндө Раббым Аллаһ

Ерҙе, Күкте бар иткән,

Тәүге Әҙәм һәм Һауаны

Йома көнө пар иткән.

Йома көнө пәйғәмбәрҙәр

Күп бәләнән ҡотолған,

Яҡшынан яуыз еңелгән,

Ерҙә тормош ҡот алған!

Мосолманда иң ҙур байрам

Булыр Изге Йомаһы,

Йома көнөн ололауҙар

Ата-бабам йолаһы!

 

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в