+10 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Өлкәндәр ижады
11 Август , 16:55

Сәнскеле ярҙамсы

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

Әкиәткә оҡшаған хәл

 Көндәр ҡыҫҡара, һауа һүрәнәйә, яп­раҡтар ҡыштырлай, ҡоштар туптарға йыйыла башлаған саҡ. Баҡса ситендәге миләш ҡыҙарып беште. Ә сәскәләр һис шиңергә теләмәй, балҡып ултыралар.
Өй эргәһендәге эскәмйәләге Хәҙисә инәй: «Баҫыуҙарҙа игенде йыйып бөтөр­һәләр генә ярар ине. Оҙаҡламай ямғыр­ҙар башланыр», – тип уйланы.
Күп йылдар элек ошо урында коллектив баҡса ойоштороп ебәргәйнеләр. Уға тигән ерҙе эшкәртергә ҡыҙы, кейәүе ярҙамлаш­ты. Ҙур булмаған өйҙө лә бергәләп төҙөнөләр. Емеш ағастары ултырттылар. Хәҙер алма, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовниктан мул уңыш алып кинәнәләр. Помидор, ҡыярҙы ҡайҙа ҡуйып бөтөргә әмәл юҡ. Сөнки ҡыҙы, кейәүе, шөкөр, үҙ тормошо менән йәшәй. Ә инде ейәне, бүләсәрҙәренең баҡсаға килергә ваҡыттары юҡ. Эштән, уҡыуҙан бушай алмайҙар.
Инәй үҙе ауылда тыуып үҫте. Ауыр йылдарҙың береһендә ҡалаға килеп, төҙөлөшкә эшкә урынлашып, бөтөнләйгә ошонда тороп ҡалды. Бик уңған егетте осратып, кейәүгә сыҡты. Тик һәйбәт кенә йәшәп ятҡанда, эштә бәхетһеҙлеккә осрап, ире вафат булды.
Яңғыҙ ҡыҙын уҡытыу, уны үҫтереү өсөн бик тырышты. Әлеге баҡса өсөн ер ҙә алды. Ейән, ейәнсәрҙәре еләк-емеш ашап рәхәтләнер, тип уйланы.
Тик бына ҡартайып китте. Бөтәһе лә һәйбәт шикелле, бары бешкән алмалар­ҙы үрелеп өҙә, ергә төшкәндәрен эйелеп ала алмай. Үҙе әйтмешләй, биле ебәрмәй. Ярай әле, уға иптәш булып солан аҫтында ике балаһы менән терпе йәшәй. Шуныһы ҡыйыныраҡ, теге эңер төшкәс кенә йөрөргә сыға.
Терпеләр һөт ярата икән. Хәҙисә инәй кескәй генә һауытҡа һөт һалып ағас төбөнә ҡуя. Теге шунда ашыға. Үҙе шул тиклем һаҡ йән эйәһе – хәрәкәтен күреп, һөттө нисек эскәнен ишетеп тә булмай.
Һөттө баҡсаға яҡын ғына йәшәгән фермер килтерә. Терпе йәшәгәнен белеп ҡалғас, инәйҙең ай-вайына ҡуймайынса, йәнлеккә өлөш итеп бер ижау һөттө артыҡ һала. «Һимерһен, оҙон ҡыш буйы йоҡлаясаҡ бит», – ти.
Күҙгә салынырға яратмаған терпе тора-бара кисен өй эргәһендәге эскәм­йәлә ултырған инәй эргәһенән үтеп китергә лә батырсылыҡ итә башланы. Хужабикәнең ҡурҡыныс йән эйәһе түгеллеген тойопмо, йомғаҡтай йомарланырға ла йыйынмай.
Бер иртәлә Хәҙисә инәй ишектән сыҡ­ҡас, ерҙә ултырған ҙур тәрилкәнең алма менән тулғанын күреп аптыраны. Эйе, тәрилкәне кистән алып ҡуйырға онот­ҡайны. Кем эше был?
Инәй кис менән буш тәрилкәне йәнә элекке урынына ҡуйҙы ла солан тәҙрәһенә ҡоролған селтәргә ышыҡланып күҙәтергә булды.
Эңер төшөп күп тә үтмәне, йәшеренгән урынынан терпе сыҡты ла теге тәрилкәгә ҡарай китте. Уны урап сыҡты. Осло танауын күтәрә төшөп, еҫкәнде. Болдор эргәһенә килеп тикшеренде. Шунан алма ағасына ҡарай йүнәлде. Ҡойолған алмаларҙың береһен төрткөләп ҡараны ла арҡаһы менән боролоп уға ултырғандай итте. Алма эләкте. Шул килеш тәрилкәгә ҡарай йүнәлде. Уның эсенә үрмәләне. Борғоланып, ышҡынып, алманы энәләренән ысҡындырҙы.
– Яфаланма, терпекәйем, бар үҙеңә аҙыҡ эҙлә. Төн үтеп китер ҙә ас ҡалыр­һың, – тип һөйләнә-һөйләнә инәй ишеккә килгәйне лә туҡталып ҡалды. – Бөгөнгә ярар инде, иртәгә тәпәш ситле йәшник ҡуйып ҡарармын. Ул яйлыраҡ булыр.
Ә шулай иткәс, иртәнгә йәшник алмалар менән тулғайны.
– Ярҙамың өсөн һиңә ҙур рәхмәт, терпекәй, – тип һөйләнә-һөйләнә инәй һауытҡа һөт ҡойҙо. – Һыйлан, уңғанҡайым!

Фото: masterclassy.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в