+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
16 Август 2022, 16:45

Дуҫтарым

Сафуан ӘЛИБАЙ

 

Минең шундай дуҫтарым бар,

Дуҫтарым төрлө-төрлө,

Һәр береһе – ҙур яңылыҡ,

Һәр береһе – мең серле.

 

Мин ҡайҙа ғына барһам да,

Улар ҡаршыма сығыр,

Береһе әкиәт һөйләр,

Береһе һөйләр шиғыр.

 

Уларҙың бар эш-һөнәргә,

Уйнарға өйрәткәне.

Киләсәкҡә илтер улар,

Һөйләп бирә үткәнде.

 

Улар менән көтмәгәндә

Әйләнәм мин юлсыға:

Бүлмәлә ултырған көйө,

Донъяны урап сығам!

 

Береһе – һандар һарайы,

Сисәм сер - хисаптары...

Мине һис яңғыҙ ҡалдырмаҫ

Дуҫтарым – китаптарым.

 

Фото: Рита Лотфиева альбомынан. 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: