+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
21 Сентябрь 2022, 11:25

Балаларым

 

Төн ҡараһын алһыу таңға ялғап,

Таба алмай тыныр сараларын,

Мин үҫтерҙем һеҙҙе, бәхет юрап,

Йөрәк ярып тапҡан балаларым.

 

Был донъялар гелән борсолдора,

Уйҙарымда ауыл-ҡалалары,

Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр эшләһә лә,

Тик уңышлы булһын балаларым.

 
Ҡағылмаһын уҫал дауылдары,

Урап үтһен бәлә-ҡазалары,

Йөрәгемдә булыр ғүмер буйы

Күҙ нурымдай күргән балаларым.

 

Һеҙгә терәк булып йәшәр өсөн

Етһен генә ине самаларым,

Бар йәшәүем ерҙә  һеҙҙең өсөн,

Ғәзиздәрҙән ғәзиз балаларым.


Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: userapi.com  

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: