+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
22 Сентябрь 2022, 15:50

Тыныс торһон күгебеҙ киңлеге

 

Иң мөһиме, һаулыҡ, тибеҙ ҙә ул,

Иң мөһиме, донъя именлеге.

Тыныс атһын килер таңдарыбыҙ

Тыныс торһон күгебеҙ киңлеге.

 
Ерем көтә тынлыҡ меңәр йылдар

Меңәр йылдар көтә сабыр ғына.

Тыныс ерҙә йәшәү - үҙе бәхет,

Ҡасан һуғыш тауыштары тына.

 
Бер әсә лә улын үҫтермәйҙер

Һәләк булһын, тиеп яуҙарҙа.

Мәңге ҡалыр хәтерҙә шәһиттәр,

Берҙәмлелек - беҙҙең ҡандарҙа.
 

Иҫән йөрөп, һау ғына ҡайтығыҙ

Тыныслыҡ һаҡлаусы уландар,

Әсәләрегеҙ көтә, балаларығыҙ,

Көтә һеҙҙе ҡала, урамдар.

 
Ҡоралға тип оран һалма, донъя,

Музейҙарҙа ҡоралдар урыны.

Һуңғы йылдар ығы-зығыһынан

Донъя ахыры үҙе арыны.

 
Йөрәгегеҙ етһә, "Әфәнделәр",

"Фәрештәләр аллеяһынан" үтең,

Нисә йылдар инде яҙаһығыҙ

Донъя тарихының ҡанлы битен.

 
Тыуған илгә һөйөү башланалыр

Үҙ-үҙеңә тоғро булыуҙан,

Ниндәй генә хәлгә юлыҡһаҡ та

Һәр саҡ кеше булып ҡалыуҙан.

 
Һалҡын ҡарҙы тишеп сығыр өмөт,

Таң атҡанда теләр теләктәр,

Йәшәр өсөн ошо теләктәрҙең

Ҡабул булыуы тик кәрәктер.

 
Барыбыҙҙа бер ҡояш аҫтында

Һулар һауабыҙҙа бер беҙҙең.

Тулы бәхет өсөн барыбыҙға

Тыныслығы кәрәк йәшәр Ерҙең!

Рәйхана ӘХМӘҘИЕВА.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: