+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Сентябрь 2022, 11:50

Алтын көҙ

 

Сағыу төҫтәр түңәрәктә

Әйлән-бәйлән уйнайҙар,

Һис бер кемдә эштәре юҡ,

Үҙ йырҙарын йырлайҙар.

 

Ел-егет тә килеп еткән,

Бер ҙә ҡалмаған ситтә,

Көй артынан көйөн һуҙып,

Ҡурайына бейетә.

  

Эй, яратам алтын көҙҙөң

Мин ошо сағыу мәлен!

Һуғыш тигән яуыз берүк

Боҙмаһын уның йәмен!

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Фото: dog.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: