+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Сентябрь 2022, 14:00

Сабырлыҡ

Роберт МИҢНУЛЛИН

  

Әсәйҙең алтын һүҙе бар,

Йәнгә уйып һалырлыҡ:

“Ауыр саҡта, улым, һиңә

Бирһен Хоҙай сабырлыҡ”.

 

Булды йылдар: ил өҫтөнә

Килгән саҡта ауырлыҡ,

Нисә тапҡыр һаҡлап ҡалды

Нәҡ ана шул сабырлыҡ.

 
Беҙ ҙә үҫеп етмәҫ кеүек

Киләсәккә һарылдыҡ,

Түҙҙек, үҫтек тәгәрәшеп...

Ярҙам итте сабырлыҡ.

 
Туҙа-туҙа йылдар уҙа,

Йәндәрҙе моң һарырлыҡ

Һәм үкһерлек... Ярай әле,

Ҡанға һеңгән сабырлыҡ.

 
Ә заман бит сабыр түгел,

Унан һабаҡ алырлыҡ,

Бында саҡта беҙҙең өсөн

Иң кәрәге – сабырлыҡ.

 
Хәтәр заман!

Бер минутта

Еремдән көл ҡалырлыҡ,

Ҡалмаҫ... Ҡалмаҫ... Кешелекте

Һаҡлап ҡалыр сабырлыҡ.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: