-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Октябрь 2022, 15:50

Улдар үҫтергән әсәй

  

Ул үҫтҽргән әсәйҙәргә

Түҙҽмлҽктәр бир, Хоҙай?!

Улар йөрәгҽнә тоҫҡап,

Һәр дәүҽр ҙә, ҡан, дан көҫәп,

Утлы-ыулы уҡ ҡаҙай.

 
Улан бағыу – Ил бағыу ул,

Әсә һүҙҽ – Ил һүҙҽ.

Ир бала – илдҽң тҽрәгҽ,

Ышанысы һәм өмөтө,

Ил күҙҽ һәм Ил йөҙө.

 
Улдар үҫтҽргән әсәйҙҽң

Мҽң хәстәр – иңдәрҽндә.

Ер-һыуҙы яттарға бирмәү

Бурысы төшә борондан

Улдарҙың иңдәрҽнә.

 
Ысын ир булһын уландар,

Булһындар ысын батыр!

Батыр улдар – ил күркҽ ул,

Яу килгәндә, бахыр ғына

Өңөндә боҫоп ятыр.

 
Улдар үҫтҽргән әсәйҙҽң

Йоҡолары ла уяу.

Ил яҙмышы – ир ҡулында,

Ныҡ булһын уландарыбыҙ,

Илгә булһындар таяу.

 
Ил дә аяу булһын инҽ,

Һаҡлаһын үҙ тҽрәгҽн.

Уҡ сығып осто йәнә лә...

Илгә ҡалҡан булайым тип,

Ут эсҽндә баҫып торам,

Устарымда – йөрәгҽм...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.

Фото: web.whatsapp.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: