+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
8 Сентябрь 2021, 15:26

"Киләсәккә билет" алығыҙ

"Киләсәккә билет" "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. VI -XI синыф уҡыусылары өсөн ойошторолған сара дөрөҫ һөнәр һайлауға йүнәлтелгән. Сентябрҙә сираттағы проект старт ала һәм унда теркәлеү башлана. Хәҙер "Киләсәккә билет"  ошо яңы цифрлы платформала буласаҡ. 

"Киләсәккә билет" алығыҙ
"Киләсәккә билет" алығыҙ

Ойоштороусыһы - Гуманитар Проекттар Фонды. Рәсәйҙең бөтә 85 төбәгенән дә уҡыусылар ҡатнаша ала. Балаларға мәктәп йәшенән киләсәккә һөнәр һайларға, мөмкинлектәрен асырға ярҙам итеүсе, йүнәлеш биреүсе проектта һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, дуҫтар.

 https://bvbinfo.ru/ платформаһында уҡыусылар теркәлеү үтеп, онлайн-дәрестәр ҡарай ала. Шулай уҡ цифрлы платформаның асыҡ өлөшө лә бар. Унда теләгән һәр кеше теге йәки был һөнәрҙә үҙен һынай. Тестар, викториналар, төрлө һөнәрҙәр тураһында видеороликтар һәм башҡалар ҙа бар. 

1 - 15 сентябрҙә Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш дәрестәре үтәсәк. Тимәк мәктәптәрҙә проект тормошҡа ашырыла башлай, тигән һүҙ. Ойоштороусылар унда 300 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашыр,тип күҙаллай.

Фото: https://bvbinfo.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: