+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
6 Октябрь 2021, 11:00

Уҡытыусыларға аҡсалата премиялар тапшырылды

Кисә Өфө ҡалаһының Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында республика конкурсында еңгән уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр.

Уҡытыусыларға аҡсалата премиялар тапшырылды
Уҡытыусыларға аҡсалата премиялар тапшырылды

Улар республика Хөкүмәтенең 50 мең һумлыҡ аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Сарала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, урынбаҫарҙары Илдар Мәүлетбирҙин менән Әлфиә Ғәлиева ла ҡатнашты.

“2007 йылдан алып Уҡытыусылар байрамы алдынан башҡорт һәм урыҫ телдәренең иң яҡшы уҡытыусыларын хөрмәтләйбеҙ. Ошо осорҙа иң яҡшылар пьедесталына 700-ләп уҡытыусы күтәрелде. Бөгөн был исемлек тағы ла 50 уҡытыусыға тулылана», – тине Айбулат Хажин, республиканың иң яҡшы педагогтарын ҡотлап.

Белеүебеҙсә, 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “Башҡорт һәм урыҫ телдәренең иң яҡшы уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү” тураһындағы ҡарары нигеҙендә мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө һәм һөҙөмтәле һөнәри эшсәнлеге өсөн йыл һайын бер төркөм педагогтар 50 мең һум күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләнә.

Быйыл да башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусылары был премияны алды. Ҡотлайбыҙ!

Фото: education.bashkortostan.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: