+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
1 Декабрь 2021, 10:02

Мәктәп театрҙары, алға!

Мәскәүҙә Борис Щукин исемендәге театр институтында Рәсәй мәктәп театрҙарын үҫтереү тураһында киңәйтелгән кәңәшмә үткән. Эксперттар театр педагогикаһының шәхесте үҫтереүҙәге роле һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылған "Мәктәп классикаһы" Бөтә Рәсәй проекты тураһында һүҙ алып барған.

Мәктәп театрҙары, алға!
Мәктәп театрҙары, алға!

Министр Сергей Кравцов белдереүенсә, әле илдең 40 мең белем усағының 7 меңендә генә театр студиялары бар. Мәктәп театрҙарын булдырыу һәм улар араһында конкурстар ойоштороу Президент Путин ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Был йүнәлештә эш алып барыу йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай, шулай уҡ төбәктәрҙәге һәләтле балаларҙы асыҡларға ярҙам итә. 

Әйткәндәй, "Мәктәп классикаһы" проектының быйыл үткән икенсе миҙгелендә 600-ҙән күберәк мәктәп театры ҡатнаша. Былтыр 100-ҙән ашыу ғына булған. Проект 2021 йылда мәҙәни башланғыстар буйынса Президент грантына конкурста еңгән. Тимәк, мәктәп театрҙарын үҫтереүгә ярҙам бар, тигән һүҙ.

Беҙҙең республикаға килгәндә, үҙешмәкәр театр коллективтары һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урындабыҙ.

Фото:bash.bashdram.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: