-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
2 Декабрь 2021, 12:50

Тәүге һынауҙар башланды

Кисә сығарылыш синыф уҡыусылары тәүге һынауҙарын үтте.

Тәүге һынауҙар башланды
Тәүге һынауҙар башланды

Йыл һайын декабрҙең беренсе шаршамбыһында яҙған инша быйыл ҡыштың тәүге көнө – 1 декабргә тура килде. Белеүебеҙсә, йомғаҡлау һынауын уңышлы үткән уҡыусылар Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү мөмкинлеге ала. Быйыл иншаны 650 меңгә яҡын ун беренсе синыф уҡыусыһы яҙған. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙың иншаны  изложение менән алыштырыу хоҡуғы бар. Быйыл уны 11 мең 900 кеше һайлаған. Бынан тыш, мәктәпте уҙған йылдарҙа тамамлағандарҙан 113 кеше һынау тотҡан.

Республикабыҙҙың 820 дөйөм белем биреү мәктәбендә барлығы 116 меңдән артыҡ ун беренсе синыф уҡыусыһы инша яҙҙы. Йомғаҡлау иншаһы (изложение) өсөн “незачёт” алған йә икенсе сәбәптәр арҡаһында һынауҙа ҡатнаша алмағандар өҫтәмә көндәрҙә – 2022 йылдың 2 февралендә һәм 4 майҙа һынау тота.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: