+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
10 Декабрь 2021, 13:05

Хәлдәр киҫкенләшә

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белем биреү усаҡтарында 258 уҡыусыла һәм 65 уҡытыусыла ковид йоҡтороу асыҡланыуы хаҡында әйтелде.

Хәлдәр киҫкенләшә
Хәлдәр киҫкенләшә

Мәғариф һәм фән министрлығы Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте менән берлектә ике аҙнаға һуҙылған ҡышҡы каникул киҫкен респиратор вирус инфекцияһын кәметергә булышлыҡ итер, тип ышана. Әлегә республикала хәл ҡатмарлыраҡ: 55847 уҡыусы ауырый, 16 мәктәп һәм 900 синыф карантинда.

Шулай уҡ Яңы йыл сараларын үткәреү ҙә айырым синыфтарға, төркөмдәргә бүлеп ойошторолорға тейеш. Ә ата-әсәләргә прививка тураһындағы QR-код йәки ковид сирен үткәреү белешмәһе менән инергә мөмкин буласаҡ.

24 декабрҙә муниципалитеттарҙа асыҡ һауала уҡыусылар өсөн Яңы йыл байрамдары уҙғарыла, уҡыу алдынғыларына, олимпиада һәм конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Башлығы исеменән бүләктәр тапшырыла. Театр һәм мәҙәниәт йорттарында балалар өсөн яңы йыл тамашаларында ла санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү талап ителә, ә фойеларҙа шыршы тирәләй әйлән-бәйлән булмай.

Фото: Башинформ

 

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: