+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
27 Декабрь 2021, 15:49

Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡан уҡытыусылар бүләкләнде

Яңыраҡ туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе финалы уҙғайны. Унда республикабыҙҙан 4 уҡытыусы еңеүсе исеменә лайыҡ булды.  

Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡан уҡытыусылар бүләкләнде
Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡан уҡытыусылар бүләкләнде

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин уларға Почёт грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. 

Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтыусылар: Фәнилә Фәтхетдинова, Өфөләге ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерлек интернат-мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы (I урын).

Венера Әйүпова, Ишембайҙағы 14-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы( II урын).

Таңсулпан Сәфетдинова, Өфө районының Советтар Союзы Геройы А.С.Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы(II урын).

Наталья Кабанина, Дәүләкәндәге 5-се мәктәптең урыҫ теле уҡытыусыһы (III урын).

Быйыл Рәсәйҙең 42 төбәгенән 519 педагог конкурста ҡатнашырға ғариза биргән. Финалға уларҙың 40-ы саҡырылған.

Башҡортостан уҡытыусыларын республикабыҙ данын лайыҡлы яҡлап, еңеү яулауҙары менән ҡотлайбыҙ.

Фото: https://education.bashkortostan.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: