+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
29 Декабрь 2021, 13:38

Өфө фән һәм технологиялар университеты

 Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы комиссияһы Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация-техник университетының ҡушылыуы тураһындағы ҡарарҙы бөтә яҡтар менән дә килешеп, тулыһынса хуплаған. 

Өфө фән һәм технологиялар университеты
Өфө фән һәм технологиялар университеты

Был турала кисә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Шулай итеп, Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килә: Өфө фән һәм технологиялар университеты. Әле 100 меңгәсә студент уҡыған ҙур вуздар заманы, ике университет ҡушылғас, федераль проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә артасаҡ, тиҙәр. Шулай уҡ вуздарҙа ҡыҫҡартыуҙар булмаясаҡ, уларҙың тарихы, традициялары, диссертация советтары, лицензиялары һаҡланып ҡаласаҡ, тип вәғәҙә итәләр.

 Фото: bfmufa.ru

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: