-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
10 Ғинуар 2022, 13:21

«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты - иң яҡшы алым

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса иң яҡшы алым тип билдәләне.

«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты - иң яҡшы алым
«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты - иң яҡшы алым

Был хаҡта Матбуғат һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Хәтерегеҙҙә булһа, Башҡортостанда ике йыл рәттән «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты эшләп килә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында 2 меңдән ашыу сертификат тапшырылған.

Был сертификат ике айлыҡтан алып 3 йәшкә тиклемге балаларға шәхси балалар баҡсаһынан урын бүленеү хоҡуғын бирә. Шәхси балалар баҡсаларына бер балаға айына 6 мең һум күләмендә аҡса бүленә. Уның 5 мең 700 һумы - дәүләт ҡаҙнаһынан, ә 300 һумы - урындағы бюджеттан.

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: