+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
11 Ғинуар 2022, 13:17

Мәктәп туризмы үҫтерелә

Рәсәйҙә мәктәп туризмын дәүләт кимәлендә үҫтерергә уйлайҙар. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин белдергән. Мәктәп туризмын үҫтереү буйынса программаның төп маҡсаты, әлбиттә, ҙур булмаған сәйәхәттәр аша уҡыусыларҙы тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу. 

Мәктәп туризмы үҫтерелә
Мәктәп туризмы үҫтерелә

Шуныһы ҡыуаныслы, 2022 йылда илдең 18 төбәгенә мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус әҙерләнгән сәйәхәттәр ойоштороуға субсидия бүленә һәм улар иҫәбендә беҙҙең Башҡортостан да бар. Быйыл программаға 100 миллион һум аҡса бүленгән, V – IX синыфтарҙан 100 меңдән ашыу бала бер нисә көнлөк сәйәхәткә юллана аласаҡ, тип көтөлә.

Алдағы йылдарҙа проект тағы ла киңәйтеләсәк. 2024 йылға был маҡсатҡа 3,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Быйыл 18 төбәккә тиҙ арала уҡыусыларҙың программала ҡатнашыу ҡағиҙәләрен норматив акттар менән нығытырға кәрәк буласаҡ. Туристар маршрутты, шул иҫәптән  сәйәхәттәрҙе, ҡунаҡханаларҙы үҙҙәре һайлаясаҡ. Экскурсия бер тәүлектән дә кәм булмаҫҡа тейеш.

«Пушкин карта»һы менән бушлай мәҙәни саралар ҡарау мөмкинлеге бирелһә, мәктәп туризмын үҫтереү программаһы буйынса уҡыусылар дәүләт ярҙамы менән сәйәхәткә сыға аласаҡ. Һәйбәт бит!

Фото: mahaon-travel.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: