Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
4 Май 2018, 17:14

Еңеү көнө

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ Болондарҙы күмеп майҙың Нәфис гөлөнә, Еңеү көнө балҡып килде Тыуған илемә!

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!