+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2021, 11:00

Алексеевкала бар "Үҫеш нөктәһе"

Хәҙер республикабыҙҙа ауылдар һәм бәләкәй ҡала мәктәптәре нигеҙендә асылған 382 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге бар.

Алексеевкала бар "Үҫеш нөктәһе"
Алексеевкала бар "Үҫеш нөктәһе"

Улар «Мәғариф» милли проектының «Замана мәктәбе» федераль проектына ярашлы булдырылған. Бындай үҙәктәрҙең асылыуы уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә, педагогтарҙың тәжрибәһен арттырырға ярҙам итә. 2019, 2020 йылдарҙа был белем усаҡтарының информатика, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәре буйынса матди-техник нигеҙе яңыртылған. 2024 йылға тиклем башҡа фәндәр буйынса ла ошондай 207 үҙәк барлыҡҡа киләсәк.

– Беҙҙә, Алексеевка мәктәбендә, «Үҫеш нөктәһе» үҙәге өсөнсө йыл эшләй. Белем уса­ғыбыҙҙа урын етерлек булғас, бер нисә уҡыу бүлмәһен ошо проектҡа ярашлы йыһазлан­дыр­ҙыҡ. Уҡыу һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек, түңәрәктә шөғөлләнер өсөн төрлө ҡоролмалар ҙа алдыҡ, – тип ҡаршыланы беҙҙе үҙәктең етәксеһе Айгөл Насир ҡыҙы Миңлеғолова.
Бында ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй! Балалар үҙҙәренә оҡшағанын һайлап, шунда йөрөй ала. Шахмат, «Социаль проектлау», тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса «Патриот», технологиянан «Конструкция эшләү» түңәрәктәре, «Компьютер грамоталығы», «Программалау», «Мауыҡтырғыс биология», «Биология һорауҙарҙа һәм яуап­тарҙа», «Компьютер дизайны», «Финанс грамоталығы нигеҙҙәре» буйынса дәрестән тыш шөғөлдәр ҙә бар.
Технология кабинеты менән танышып сығабыҙ. Тәнәфес ваҡытында өлкән синыф уҡыу­сылары интернет селтәренән төрлө деталдәр эҙләп, 3D принтерҙан сығарып ҡарай, өсөнсөләр конструкторҙан әйберҙәр төҙөй ине.
– Өс комплект конструктор алдыҡ. Балалар улар ярҙамында хәрәкәтләнә торған төрлө моделдәр яһай, тик был конструкторҙар программалау өсөн тәғәйенлән­мәгән. Түңәрәктәрҙә лә, IV, V, VI синыфтарҙа технология дәрестәрен үткәрер өсөн дә фай­ҙаланабыҙ. Электроника буйынса ла конструкторҙарыбыҙ бар.
Өлкән синыф уҡыусыларын 3D принтер менән эшләргә өйрәтәбеҙ. Ҡышын – ҡар бөртөктәре, йыл символы, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, «Зарница» еңеүселәрен бүләкләр өсөн миҙалдар сығарып алдыҡ, – ти технология уҡытыусыһы Гөлнара Борис ҡыҙы Ғабдуллина.
Айгөл Насир ҡыҙы һөйләүенсә, «Үҫеш нөктәһе»ндә төрлө саралар ҙа ойошторолоп тора. Уҙған йылда оффлайн һәм онлайн форматта педагогик технологияларҙың методик семинары ойошторолған. Бында федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, хә­ҙерге заман дәресе, skysmart һәм eхemer ресурстарын ҡулланыу мөмкинлеге күрһәтелгән. Уҡытыусылар бер-береһенән өйрәнеп, тәжрибә лә туплаған.
Ике йыл рәттән «Һан дәресе» Бөтә Рәсәй белем биреү акцияһында ла ҡатнашалар. VII – XI синыф уҡыусылары эштәрҙе информатика дәрестәрендә уҡытыусылары етәкселегендә башҡара.
– Дәрестәрҙе «Үҫеш нөктәһе»нә алынған Touchscreen интерактив комплексы һәм планшеттар ярҙамында үткәрәбеҙ. Был ҡоролмалар Берҙәм дәүләт, Төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн дә ҡулай. Уҡыусылар был ғәҙәти булмаған интерактив таҡта менән эшләргә бик ярата. Аҡбур менән яҙыу түгел бит инде. Һәйбәт беләләр ҙә.
Алдағы көндәрҙә виртуаль ысынбарлыҡ буйынса курс үтеп, балаларҙы ла өйрәтергә теләйбеҙ. Биология уҡытыусыһы Баш­ҡорт дәүләт аграр университетынан футболкалар алып килгән ине. Уларҙың QR коды ла бар. Сканерлап ҡараһаң, кешенең эске органдары күренә. Ошоға оҡшаш әйберҙәрҙе ғалимдарҙың портреттары менән үҙебеҙҙең мәктәптә лә эшләргә уйлайбыҙ. Балалар телефондарын ҡуйып, тәнәфестә формулалар, биографиялар­ҙы ҡабатлар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәрҙе уҡыр ине, – ти информатика, математика уҡытыусыһы Анна Вячеславовна Ғилманова.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университеты менән дә әүҙем бәйләнеш һалынған. Юғары уҡыу йортоноң педагогтары уҡыусыларға лекциялар уҡый, студенттар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Интерактив таҡта ярҙамында тел йөрөтөүсе Kennedy Chisala менән үткән онлайн-аралашыу ҙа балаларға бик оҡшаған.
Үҙәктә бишенсе, алтынсы синыфтар өсөн «Ашығыс» медицина ярҙамы тигән оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолған. Бында улар макеттар ярҙамында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Фларит Миҙхәт улы Ғайсин һәм өҫтәмә белем биреү педагогы Виктория Алексеевна Шамиданова, IX синыф уҡыусылары етәкселегендә бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарырға өйрәнгән.
Алда әйтеп үтелгән Touchscreen интерактив комплексы онлайн-конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн дә бик уңайлы. Алексеевка мәктәбенең IV «Б» синыфынан Ринат Миңлеғолов уның аша ғилми эшен яҡлап, Бәләкәй фәндәр академияһының фәнни-тикшеренеү проекттары һәм эштәр конкурсының республика этабында «Иң яҡшы фәнни-тикшереү эше» номинацияһында еңеүсе бул­ған.
Уҡыусыларҙың лидерлыҡ һәләтен үҫтереү йәһәтенән үҙәктә уҡыусылар хәрәкәте бик әүҙем эшләй. Һәр ай һайын төрлө саралар ойошторалар, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Беҙ килгәндә, лидерҙар йыйылып, өлкән вожатый Виктория Шамиданова менән алдағы көндәргә пландарын барлай ине.
– Балаларға экологик һәм хәрби-патриотик йүнәлештә тәрбиә бирәбеҙ. Ай һайын хәүеф­һеҙлек буйынса квест үткәрәбеҙ. Уны уҡыусылар үҙҙәре ойоштора. Манекендар менән эшләргә, тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәләр.
Экология буйынса Руслана Хәмәтнурова грант отҡайны. Был йүнәлештә лекциялар, экологик квиз уҙҙы. Унан мәктәбебеҙҙә әйберҙәр менән алышыныу пункты ла астыҡ. Беҙ тағы ла иҫке әйберҙәрҙе дизайнлау буйынса уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре лә бирәбеҙ.
Әле экология айлығына, «Ил буйынса дежур» акцияһына әҙерләнәбеҙ. Унда Рәсәйҙәге һәр бер белем усағы үҙ өлөшөн индерәсәк. Был сара урамдар­ҙы сүп-сарҙарҙан таҙартыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ ҡыҙҙар, малайҙар менән ҡулланылған батарейкалар, ҡап­ҡас­тар, плас­тик шешәләр ҙә йыябыҙ. Акция аҙағында дөйөм һөҙөмтә иғлан ителәсәк, Бөтә Рәсәй буйынса нисә тонна сүп-сар йыйылғанын беләсәкбеҙ. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр, Уҡытыусылар көндәрен матур итеп үткәрербеҙ, тип уйлайбыҙ, – ти Виктория Алексеевна.
Үҙәктәге уҡытыусылар алдағы көндәргә бик күп уй-хыялдар ҙа ҡора. «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге, «Кванториум» балалар технопаркы, «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәге, янғын бүлексәһе, туризм мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итеп, берлектә эш алып барыр­ға ла ниәтләйҙәр.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө районы.

Алексеевкала бар "Үҫеш нөктәһе"
Алексеевкала бар "Үҫеш нөктәһе"
Алексеевкала бар "Үҫеш нөктәһе"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: