-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Сентябрь 2021, 10:55

“Хәүефһеҙ бала саҡ”

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се  ҡала клиник дауаханаһы базаһында ата-әсәләр өсөн белем биреү программаһы нигеҙендә “Хәүефһеҙ бала саҡ” тип исемләнгән матбуғат конференцияһы үтәсәк.

“Хәүефһеҙ бала саҡ”
“Хәүефһеҙ бала саҡ”

Ул балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы бындай курс ойошторған икенсе үҙәк буласаҡ. 2019 йылда ошондай проект республика клиник перинаталь үҙәк базаһында асылғайны. Был эш ил Президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” һәм “Юл хәрәкәте хәһефһеҙлеге” федераль проекты буйынса башҡарыла.

Киләсәктә проект 85 төбәктең 100 ҡалаһын үҙ эсенә алмаҡсы.

Фото: 02.мвд.рф

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: