+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2021, 11:25

Яңы алымдарҙы өйрәнде

“Спорт – тормош нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Спорт көрәше аҙнаһы” старт алды.

Яңы алымдарҙы өйрәнде
Яңы алымдарҙы өйрәнде

Уның нигеҙендә танылған спортсылар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры Рәмил Сираев, насар ишетеүселәр араһында өс тапҡыр донъя чемпионы Исмаил Насрулаев, 2021 йылғы донъя беренселеге еңеүсеһе Адлан Амриев һәм Европа беренселеге призёры Аслан Толов оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе.

“Стәрлетамаҡта  бындай саралар – көтөп алынған байрам. 2019 йылда асылған көрәш мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр 48 ярышта, шул иҫәптән халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашырға өлгөрҙө», – тип билдәләп үтте спорт көрәше мәктәбенең директоры Игорь Каширин.

Саҡырылған ҡунаҡтар менән бергә тәрбиәләнеүселәр киләсәктә халыҡ-ара аренала еңеү яуларға ярҙам итәсәк яңы алымдарҙы ла өйрәнде.

 Фото: srk.nationalpriority.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: