+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь 2021, 10:50

Иҫ китмәле буласаҡ

Республикабыҙҙа студенттар өсөн кампус буласаҡ, тип яҙғайныҡ инде.

Иҫ китмәле буласаҡ
Иҫ китмәле буласаҡ

Ә һеҙ беләһегеҙме,дуҫтар, кемдәр төҙөй уны?  Шведтар. 5 мең урынға тәғәйенләнгән һәм төҙөлөшө 18 миллиард һум тәшкил иткән бинаны төҙөүҙе бәйге талаптары аша Швеция компанияһына ышанып тапшырырға уйлайҙар. Сөнки уларҙың быға тиклем донъя күләмендәге студенттар кампусы проектлау тәжрибәһе бар. Бында, әлбиттә, заманса материалдар, технологиялар һәм ҡоролмалар ҡулланыу күҙ уңында тотола. Проект өс этапта үтәлеп, 2025 йылға тапшырылырға тейеш. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, ул “Фән” милли проектына таянып тормошҡа ашырыла.

Фото: kr-rb.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: