+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Октябрь 2021, 14:30

Уҡытыусыларҙы бәйгегә саҡыралар

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” йәмғиәте Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән берлектә “Мәғариф флагмандары. Мәктәптәр” Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсын ойоштора.

Уҡытыусыларҙы бәйгегә саҡыралар
Уҡытыусыларҙы бәйгегә саҡыралар

Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проектына ярашлы уҙғарыла.

Конкурстың маҡсаты – белем биреү ойошмаларындағы Рәсәй мәғарифының заманса тенденцияларына ярашлы алдынғы педагогик һәм идара итеү тәжрибәһенә эйә булған командаларҙы асыҡлау, үҫтереү һәм яҡлау.

Конкурс быйылғы йылдың октябренән 2022 йылдың июненә тиклем барасаҡ һәм түбәндәге этаптарҙан тора: ҡатнашыусыларҙы теркәү (2021 йылдың октябрь-ноябрь айҙары); онлайн тестлау (2021 йылдың декабре); округтарҙағы ярымфиналдар (2022 йылдың ғинуар-марты); Конкурстың Бөтә Рәсәй финалы (2022 йылдың апреле); суперфинал (2022 йылдың июне).

Конкурста бер белем биреү ойошмаһынан дүрт педагогтан торған команда ҡатнашырға тейеш. Командала етәкселектән (директор йәки директор урынбаҫары), бер класс етәксеһе, башланғыс, төп, урта дөйөм белем биреү звеноһынан педагогтар ҡатнашырға тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн команданың һәр ағзаһы ағымдағы йылдың 30 ноябренә тиклем бәйгенең рәсми сайтында электрон алымда теркәлеү үтергә тейеш.

Сығанаҡ һәм фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.  

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-10-25/u-ytyusylar-y-konkurs-a-sa-yralar-2559456
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: