+3 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
11 Июнь 2020, 13:49
Баҡса эштәре ялҡытмай
Мин – ауыл балаһы, йәйге каникулымды йыл һайын шунда үткәрәм. Шуға күрә ундағы эштәрҙең күбеһе миңә яҡшы таныш. Әсәйем менән бергә баҡсала эшләү, йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү ҙә бик оҡшай.
Карантин булғас, мин апрель-май айҙарында ла өйҙә булдым. Иртә яҙҙан уҡ эшкә тотондоҡ: ер ҡаҙыу, йомшартыу, йәшелсә һәм емеш-еләк ултыртыу, ә һуңынан тәрбиәләү, һыу һибеү, уларҙы туҡландырыу, утау – барыһын да күңел биреп башҡарам.
Мул уңыш алыр өсөн көс тә һалырға кәрәк шул. Етмәһә, түтәл араһында йөрөгәндә серәкәйҙәр, себендәр теңкәгә тейә. Бер аҙ эшләгәс, ҡулдар, арҡа ауырта башлай, биттән шаулап тир аға. Эшләмәгән – ашамай, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Хеҙмәт һөйгән кеше генә тормошта үҙ урынын таба ала.
Йәйге көн йылды туйҙыра, тиҙәр бит, йыл буйына үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә, емеш-еләктәр өҫтәлебеҙҙә тора. Эш күп булһа ла, мин ҡәнәғәтмен. Сөнки ҡыш буйы үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән таҙа йәшелсә-емеш менән һыйланасаҡбыҙ.
Рәзилә ҒАРИПОВА.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт
интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән