-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
29 Июнь 2021, 13:05

Эх, йәйҙең матур саҡтары!

Яландарҙа еләк ҡыҙарып бешкән.Рәхәтләнеп йыйырға була. Тик эҫе шул көндәре,ныҡ ҡыҙҙыра. Ҡоролоҡ. Ә еләк шул хәтлем күп, тик ямғыр яумағас, кибеп тә бара яланда үҫкәндәре.

Каникулдағы бала-саға ла еләккә йөрөй. Ҡарағыҙ әле һүрәткә?! Бына Ауырғазы районы Талбазы ауылының балалары сәхрәлә еләк тә йыя, саф һауала ял да итә. Ә һеҙҙең ял нисек үтә, дуҫтар? Гәзитебеҙ ойошторған "Минең өс айым" конкурсы ла дауам итә. Һеҙҙән йәйге каникулығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ тураһында ҡыҙыҡлы,матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: