+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
20 Август 2021, 11:25

Әйҙәүсе булып та эшләнем

Түҙемһеҙләнеп көткән быйылғы йәй бик күңелле башланып китте.

1 – 2 июндә синыфыбыҙ менән Ағиҙел йылғаһы буйлап кәмәлә аҡтыҡ. Инструкторыбыҙ Рәил Фәрүҡ улы Маликов төрлө мәмерйә­ләр эргәһендә туҡтатып, беҙҙе уларҙың тарихтары менән таныштырҙы.
Синыфташтар менән ял итеп ҡайтҡас, мин мәктәбебеҙ ойошторған «Тимербатыр» лагерын­да әйҙәүсе булып эшләнем. Ун­да республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан егеттәр һәм ҡыҙ­ҙар килгәйне. Мин үҙемә яңы дуҫтар таптым, әйҙәүсе эше ауыр һәм яуаплы икәнлегенә төшөндөм.
Шунан инде үҙем дә ял итергә «Йәй­ләү» лагерына барҙым. Әлшәй районындағы Чехов исемендәге шифаханала урынлашҡан ине ул. Лагерҙа тик башҡорт телен­дә генә аралаштыҡ. Беҙ, һикһән бала, дүрт ырыуға бүлендек, мин «Тамъян»ға эләктем. Беҙҙең әйҙәүселәребеҙ Артур ағай һәм Фатима апай – бик һоҡланғыс кешеләр, ялыбыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн ныҡ тырышты. Концерт номерҙарын ҡуй­ғанда ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә бик күп булды. Лагерҙа ла үҙемә яңы дуҫтар таптым. Беҙ «Чехов» лагерында ял иткән балалар менән волейбол, баскетбол, футбол буйынса ярыштыҡ. Миңә бында «киске шәм» һәм «түңәрәк өҫтәл»дәр бик ныҡ оҡшаны. Тәүгеһендә үҙебеҙҙе борсоған һорауҙар менән бүлешеп, хаталарыбыҙҙы төҙәтһәк, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә башҡорт телен үҫтереү, илһөйәрлек темаларына һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Һуң­ғы көндә яңы дуҫтарым менән айырылышыу бик ҡыйын бул­ды, ә шулай ҙа улар менән тағы ла күре­шәсәгебеҙгә һис тә шикләнмә­йем.
Лагерҙан ҡайтҡас та бесәнгә төштөк. Был эште бик тиҙ тамамлап ҡуйыуыбыҙға һаман да ҡыуанып бөтә алмайым. Бесән эшләгәндә гел дә һөрәтке йәки арба ба­шында йөрөйөм, шуға ла олатайым лагерҙан ҡайтҡанымды көткән икән. Малдарға аҙыҡты быйыл күмәкләп эшләнек: бәләкәй ҡус­тым Ғайсаның да һәнәк тотоп, үҙенсә ярҙам итеп йөрөгәненә шатландым.
Хәҙер инде каникулдың һуңғы көндәрендә бөтәһе лә мәктәпкә әҙерләнә. Мин VIII синыфҡа уҡыр­ға барам, һеңлем – дүртенсегә, ҡустым – беренсегә, ә кинйәбеҙ Ғайса – балалар баҡсаһына. Йәйге ялдар бик күңелле үтеп бара, әле Мос­тай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын һәм Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын уҡып йөрөйөм.

Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: