+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
27 Август 2021, 12:00

Гәзитле йәйем

Бына шаулап-гөрләп йәйге ялым да үтеп бара.

Гәзитле йәйем
Гәзитле йәйем

Быйылғы каникулым бигерәк тә иҫтәлекле булды. Рәхәтләнеп уйнарға ла, туғандарым менән йәмле Нөгөш буйында ял итергә лә, Өфөгә апайымдар­ға ҡунаҡҡа барырға ла өлгөрҙөм.
Быйыл йәй башҡа йылдарға ҡарағанда эҫе килде, шуға күрә күберәк һыу инергә тырыштыҡ. Нөгөштә, Аҡкүлдә рәхәтләнеп йөҙөү, катерҙа йөрөү был миҙгелдең яҡты иҫтәлеге булып оҙаҡ һаҡланыр әле.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Ял ял менән, ә бына ҡышҡылыҡҡа малдарға бесән әҙерләмәй булмай. Йортта ир бала булараҡ, был эштән дә ситтә ҡалманым, ҡулымдан килгәнсә бесән тырмалап, күбәгә һалыштым. Ағайым менән ҡыш­ҡылыҡҡа утын да ярып өйөп ҡуйҙыҡ.
Быйылғы йәйем шуныһы менән дә иҫтәлекле: өйөбөҙгә яратҡан гәзитем «Йәншишмә» килә башланы. Аҙна һайын һағынып көтөп алам уны. Үҙемдең, синыфташтарымдың яҙмаларын, фотоларын күреп ҡыуанам. Әсәйем менән гәзитте башынан аҙағына хәтлем рәхәтләнеп уҡыйбыҙ.
Август айында тағы бер йәшкә үҫтем. Бәләкәй генә юбилей инде, миңә ун йәш тулды хә­ҙер.
Әле бына каникул көндәре һанаулы ғына ҡалды. Тиҙ­ҙән гөрләшеп, яңы көс менән башланғыс мәктәптең һуңғы баҫ­ҡысына ла баҫасаҡбыҙ. Дүртенсе синыфҡа барасаҡмын.
Башланғыс синыфтар ара­һында иң өлкәндәре беҙ, һәр беребеҙ өсөн иң яуаплы осор. Тырышып уҡырға, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға һәм синыфыбыҙ менән яратҡан гәзитемә яҙылыу ойошторор­ға, тигән уйым бар. Сөнки йәй буйы «Йәншишмә»не уҡып, күп нәмәгә төшөндөм. Балаларға кәрәкле, файҙалы гәзит. Уның ярҙамында күпте беләһең.
Мин синыфташтарымды ныҡ һағындым, тиҙерәк күрешеп, аралашҡы килә.

Айгиз МӘҮЛИТОВ.
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Гәзитле йәйем
Гәзитле йәйем
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: