+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
18 Сентябрь 2021, 13:20

Быҙауға һөт эсерҙем

Йәйемде Ғафури районындағы Ҡауарҙы ауылында өләсәйемдәрҙә үткәрҙем.

Быҙауға һөт эсерҙем
Быҙауға һөт эсерҙем

Еҙем йылғаһында дуҫтарым менән һыу индек, балыҡ тоттоҡ, матур-матур таштар йыйып уйнаныҡ. Өләсәйемә өй эштәрендә ярҙам итергә лә өлгөҙөм.
Быйыл еләк күп булды. Өләсәйем, әсәйем менән уны йыйырға ла йөрөнөк. Бер көн, нимәлер күрһәтәбеҙ, тип мине иртә менән уяттылар. Һарайға барып ҡараһам, һыйыр быҙаулаған икән. Ул быҙауын ялап тора ине. Шатланғанымды күрһәгеҙ! Безәүкәйгә көн дә йылы һөт эсерә башланым. Үҙенә Лунтик тип исем дә ҡуштым.
Өфөнән Барсик исемле бесәйемде алып ҡайт­ҡан инек. Ул ауылда сысҡан тотоп ашарға өйрәнде. Бик ҡыҙыҡ булды.
Ауылда бик күңелле, рәхәт! Телефон, компьютер менән уйнап, телевизор ҡарап ултырырға бөтөнләй ваҡыт юҡ.
Ялым матур уҙҙы.

Розалиә СОРАҒОЛОВА.

Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: