+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
25 Сентябрь 2021, 14:15

Аниматор булдым

Ауылыбыҙҙа балаларға уйын май­ҙансығы асылды.

Аниматор булдым
Аниматор булдым

Бөтәбеҙ өсөн дә ҡыуаныс булды ул. Был майҙансыҡта балалар өсөн ҡомлоҡ, уйынсыҡ тауҙан шыу­ғыс, ултырғыс, бәүелгес кеүек нәмәләр ҡуйылды.
Уны асыу тантанаһынан мин дә ситтә ҡалмаҫка булдым. Ҡалаға ҡунаҡҡа барған һайын байрамдарҙа ҡатнаш­ҡан аниматорҙарға ҡарап һоҡланып ҡайта торғайным. Минең дә улар кеүек булғым килде. Ҡыҙыҡ итеп кейенеп алаһың да төрлө уйындар ойоштораһың, йырлатаһың, бейетәһең, приздар бирәһең. Ошондай уйындарҙа ҡыҙҙар, малай­ҙар ҙа ихлас ҡатнаша.
«Нисегерәк аниматор булыр­ға?» Был уйымды әсәйемә лә һөйләнем. Ул: «Әйҙә, ҡыҙым, көсөңдө һынап ҡара һуң», – тип дәртләндерҙе. Сценарий яҙырға тотондом. Уйындар эҙләнем, приздар һатып алдым, костюм әҙерләнем. Шунан ауыл клубы мөдире Лида Мәҡәсим ҡыҙы Закироваға аниматор булып, балаларҙы уйнатыр­ға теләүемде белдерҙем. Уға яҙған сценарийҙы күрһәттем. Лида апай бик шатланып риза булды.
Бына көткән көн килеп тә етте. Мин – аниматор. Һыңармөгөҙ булып байрамға килдем. Колонкамды, микрофонымды көйләп ҡуйҙым, буласаҡ йыр көйҙәрен барланым. Башта бик тулҡынланһам да, кескәйҙәр, апай­ҙар, ағайҙар миңә ҙур өмөт менән ҡарап торғас, үҙемде тиҙ ҡулға алдым.
Ҡыҙҙар, малайҙар менән әйлән-бәйлән әйләндек, селфи яһаныҡ. Йомаҡ систек, шарҙар өрҙөк, һабын күбегенән шарҙар осорҙоҡ. Төрлө көй­ҙәргә бейетеп тә алдым, аҙағынан барыһын да дискотекаға саҡыр­ҙым. Рәхәтләнеп күңел асҡас, тәмле приз­дар өләштем. Барыһына ла бик оҡшаны.
Үҙем ныҡ арыһам да, күңелемдә – ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо! Минән аниматор килеп сыҡты, тип шатландым.

Ландыш РАМАҘАНОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: