Был акцияла ҡатнашыу шарттары бик ябай, 9 майға тиклем Еңеүгә өлөш индергән яҡын кешеләрегеҙҙең фотоһын ҙур булмаған мәғлүмәт менән «Бәйләнештә», «Инстаграмм» селтәрҙәренә урынлаштырырға кәрәк. Шулай уҡ #мойгерой75 #моигерои хэштегтарын да ҡуйырға онотмағыҙ.
Акцияға йомғаҡ 10 майҙа яһаласаҡ. Иң күп уҡылған биш яҙма «Ғорурланабыҙ, хәтерләйбеҙ, хөрмәтләйбеҙ» проекты сиктәрендә китапта баҫыласаҡ, ә уларҙың авторҙарын дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.