+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тере ветеранға таҡтаташ ҡуйыласаҡ

Бөгөн 100 йәшен тултырған һуғыш ветераны Ришат Исмәғилевҡа иҫән сағында таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Был хаҡта уның яҡташтары һораған.

– Ул бик теремек һәм аралашыусан, әле Өфөлә йәшәй. Брест ҡәлғәһен обороналаған саҡта иҫән ҡалған яугирҙәрҙең береһе булыуына ҡарамаҫтан, ул уникаль кеше. Уның тәнендә әле һаман да фашист бомбаларының ярсыҡтары бар, — тип яҙғайны республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Иҫтәлекле таҡтаташ һуғыш ветераны тамамлаған Кушнаренко һөнәри колледжында ҡуйыла. Байгилде лицейына Ришат Исмәғилевтың исеме биреләсәк.

Читайте нас: