+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фатима өләсәйгә һәйкәл ҡуйырлыҡ

Бына алдымда ҙурайтылған боронғо фото ята. Унан миңә һөйкөмлө, уйсан күҙҙәр ҡарай. Был – минең өләсәйемдең әсәһе – Фатима өләсәй Ғүмәрова. Уның тормошо – үҙе бер тарих.

Өләсәйем 1901 йылда хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән абыстайға йөрөп, уҡырға, яҙыр­ға өйрәнә. Ун етенсе йәшендә Килдеғол ауылына кейәүгә бирәләр. Йәштәр бик һәйбәт кенә йәшәп китә. 1918 йылда улдары донъяға килә.
Илдәге болғаныштар төпкөл Бөрйән яҡтарына ла килеп етә. Ауылда йә аҡтар, йә ҡыҙылдар хөкөм һөрә. Бөлгөнлөк, аслыҡ, төрлө ауырыуҙар халыҡты йонсота. Тиф ҡоторона. Ҡәйнәһе, бикәсе, ире ошо ауырыуҙан донъя ҡуя. Туҡыма булмағас, юрған тышын һүтеп, мәйеттәргә кәфен теккәндәр.
Бер йәшлек улы менән Фатима өләсәйҙе ата-әсәһе Өмөтбайға алып ҡайта. 1920 йылда ошо ауыл егете Ғәҙелгәрәй Ғүмәровҡа кейәүгә сығып, тырышып донъя көтәләр. Тормоштарын биҙәп, ҡыҙҙар, малайҙар тыуа. Ғаилә башлығы йүнсел, тырыш була. Элек өләсәйем ғәрәпсә генә уҡыһа, ликбезға йөрөп, латин хәрефтәрен өйрәнә. Ә мәктәптә уҡытыу урыҫ графикаһына күскәс, үҙ аллы быныһын да үҙләштереп ала. Шулай итеп, ғәрәп, латин, урыҫса иркен уҡый, яҙа алған.
Тырыш, егәрле ғаилә һынатмай. Бына тигән ҙур өйөн дә һалып инәләр, мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡса тултырып, картуф үҫтерәләр. Дуҫ, туғандарын һоҡландырырлыҡ итеп йәшәйҙәр. Оло улдары 1940 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлап, ауылда эш башлай.
Халыҡ был йылдарҙа иркен тын алып ҡала: граждандар һуғышы афәттәре яйлап онотола, кешеләрҙең өҫтө бөтәйә, тамағы ашҡа туя башлай. Тик тыныс тормош Бөйөк Ватан һуғышы менән өҙөлә. Оло улдары фронт­ҡа китә. Урмансы булып эшләгән ғаилә башлығы Сәләх утарына күсергә ҡарар итә. Сөнки эшенә лә яҡын, икенсенән, нисә баш мал көтөүеңде тикшереп тороусы юҡ.
Шулай бер ваҡыт олатайҙы Асҡарға саҡырталар (элек Билал ауыл Советы Әбйәлил районына ҡараған). Унда бар­ғас, Совет власына ҡаршы эш алып бара, тип нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Бергә килгән юлдашы Маһинур апай атын ғаиләһенә алып ҡайтып биреп, хәлде һөйләй. Өләсәй төнө менән бар хәленсә бешеренеп, үҙе менән йылы кейемдәр алып, таң менән юлға сыға. Сепрәк, еп, ҡайсы ла онотмай, сөнки унынсы балаларын көткән булалар.
Һыуыҡ ғинуар көнө. Ҡояш иртә байый, район үҙәгенә төнгә ҡалып килеп етә өләсәйем.
– Бындай һыуыҡ көндә ни эшләп йөрөйһөң? – ти дежур милиционер.
– Иремә аҙыҡ, кейем алып килгән инем, – ти.
Тик олатайымды Өфөгә оҙатҡан булалар. Быны ишеткәс, ҡулындағы төйөнсөгөн төшөрөп ебәрә өләсәйем. Фатир хужаһы Абдулла миһырбанлы кеше булып сыға, кәңәштәре менән ҡайғыһын еңеләйтергә тырыша. Керпек тә ҡаҡмай төн үткәреп, иртәнсәк ҡайтыу юлына сыға. Һуң ғына ауылына етә ул, ә таңға балаһы тыуа.
Олатайһыҙ тормош башлана. Ябай ауыл ире ниндәй халыҡ дошманы булһын инде. Балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк.
Олатай ышаныслы танышы аша: «Фатима ауылға ҡайтһын, утарҙа ҡалмаһын, туғандары менән еңелерәк булыр», – тип сәләм ебәргән.
Йәй еткәс, өләсәй ауылға күсеп ҡайта. «Мейесте һүтеп йөрөйөм, сығарттыр­һам, оҫтаға хаҡын нисек түләрмен икән, тип төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итеп торам. Шуны иҫләп, мейесте ҡабаттан үҙем сығарҙым, утын төтәмәй, геүләп янып китте», – тип хәтерләгән өләсәйем. Шунан мейессе тигән даны сыға уның. Ал-ял белмәй, балаларым ас-яланғас булмаһын тип, ауылдаштарына күп кенә мейестәр сығара. Ҡул араһына ингән балалары менән бесәнен дә сабалар, кәбәнен дә ҡоялар, утынын да әҙерләйҙәр.
Өләсәйҙең ҡулдары алтын була: көпөһөн дә тегә, быйма табанлай, тире эшкәртеп, аяҡ кейемдәре әҙерләй, балаҫ, тирүгә, дебет шәлдәр һуға. Кәрәсинде һаҡлап, шәмһеҙ йөн иләй, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй.
Ул ваҡытта дәүләткә йыл һайын 8 килограмм һары май һәм байтаҡ ҡына итте бушлай тапшырғандар. Балаларҙың ауыҙынан өҙгәндәр. Колхоз һәр ғаиләгә бесән әҙерләргә норма ҡуя: уныһы уңһа – гектарлап, ҡоро йылдарҙа – күбә һаны менән. Ҡушылған заданиены ла үтәй­ҙәр, үҙҙәренә лә күп итеп әҙерләй­ҙәр, артҡанын ҡыш Түбә баҙарына алып барып һатҡандар.
Һуғыш бөтә, оҙаҡ көткән Еңеү килә, балалар үҫә. Күкрәген орден, миҙалдар менән тултырып, оло улы ҡайта. Тик олатай ғына кире әйләнмәй. Һорау алғандағы язалауҙарға, төрмәләге аслыҡ, һыуыҡҡа түҙмәй, шунда үлеп ҡала. Балалар атаһыҙ үҫә.
Олатайҙы аҙаҡ аҡлағандар. Ул документ юғалмай, ҡулға алған сағында тыуған ҡыҙында – минең өләсәйемдә һаҡлана. Ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп, балаларын иҫән-аман үҫтергән, уҡыт­ҡан: ике улы, ике ҡыҙы педагог булып эшләгән. Олатайҙы ауылдаштары тик яҡшы һүҙҙәр менән генә хәтерләй.
Изгелекле, ярҙамсыл булған, дин тот­ҡан Фатима өләсәй 85 йәшкә етеп, бүлә-бүләсәрҙәрен дә һөйөп, донъя ҡуя. Шундай кешеләргә һәйкәлгә ҡуйырлыҡ.

Нурзилә ӘМИНЕВА.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.

Читайте нас: