+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсуралар өсөн ҙур бүләк

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы «Дуҫлыҡ» паркының мемориаль комплексы Т-62 танкы менән тулыланды.

– Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә бик күп эштәр алып барыла ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу килеп сәбәпле, ҡайһы берҙәре туҡталып ҡалды. Шулай ҙа «Дуҫлыҡ» паркындағы «Геройҙар аллеяһы»на алдан планлаштырылған Т-62 танкы ҡайтарылып, урынлаштырылды. Был ейәнсуралар өсөн ҙур бүләк. Балалар, йәштәр өсөн дә тәрбиәүи яҡтан өлөшө ҙур булыр, тип ышанабыҙ. Бының менән туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, райондағы өс һәйкәл дә яңыртыласаҡ, – тип белдерҙе Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.

Читайте нас: