+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

20-нән ашыу онлайн-сара Бөйөк Еңеүгә арналған

Мәғариф министрлығы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап 20-нән ашыу проект һәм акция әҙерләгән. «Проектория» Бөтә Рәсәй асыҡ дәресендә сығыш яһағанда был турала ведомство етәксеһе Сергей Кравцов белдерҙе.

Хәтер һәм дан йылында бөтә саралар ҙа балалар өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытылған, хәҙерге форматта, илебеҙҙең, ҡаланың, мәктәптең тарихына ҡыҙыҡһыныу уята алырлыҡ булһын өсөн, төрлө педагогтар, эксперттар, ҡыҙыҡлы контенттары һәм идеялары булған күп партнерҙарҙы йәлеп итеп, беҙ бик ҙур эш башҡарҙыҡ, – тип һөйләне министр.

Конкурстар тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе Мәғариф министрлығының Хәтер һәм дан йылы бүлегендә алырға мөмкин. Бындағы онлайн-сараларға көн һайын уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, илдең төрлө төбәктәрендәге педагогтар ҡушыла.

– Беҙ архивтарҙа уҡытыусыларҙың уҡыусыларына һуғыштан яҙған хаттары һаҡланыуын белдек. Шулай уҡ фронтҡа һуғышырға киткән уҡыусыларҙың да яҙғандары бар. Уларҙы бер китапҡа йыйырға булдыҡ, – тип тә өҫтәне Сергей Кравцов.

Унан тыш, һуғышҡа арналған иң яҡшы дәрестәр «Еңеү дәрестәре» халыҡ-ара конкурсына йыйылған. Быйыл бөтә Рәсәй һәм 27 сит илдән 15 меңдән ашыу уҡытыусы һәм методист үҙҙәренең эштәрен ебәргән.

Читайте нас: