-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе» интернет-акцияһына ҡушылығыҙ

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан уны республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойоштора.

Акцияла ҡатнашыусылар яҡындарының хәтирәләре буйынса ауылдаштарының яҙмышында Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы тәүге йылдар, тыл эшсәндәре һәм һуғыш йылдары балаларының яҙмыштары тураһында һөйләргә тейеш. Уларҙың фотоларын, архив документтарын да файҙаланырға була. Видеяҙманы республикабыҙ халыҡтарының милли телдәрендә төшөрөргә мөмкин.

«Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе»ндә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?

  1. Фотоһүрәттәр, хаттар, хеҙмәт кенәгәләре, Маҡтау грамоталары, орден-миҙалдарҙы ҡулланып, тейешле форматта яҙҙырыу өсөн материал әҙерләргә;
  2. Бер минутлыҡ сығышты видеоға төшөрөргә;
  3. Видеояҙманы 20 майға тиклем #ғаиләмтарихындаһуғышэҙе хештегтары менән шәхси аккаунтҡа, тематик төркөмдәргә һалырға;
  4. Видеоматериалдарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Баҫылып сыҡҡан яҙмаларға талаптар ҙа бар: акция барышында ҡатнашыусыларҙың сәхифәләре һәм тематик төркөмдәр асыҡ булырға, видеояҙмалар 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күп милләтле совет халҡы ҡаһарманлығының тарихи әһәмиәтен сағылдырырға тейеш.

Акция тамамланғас, иң яҡшы видеояҙмалар йомғаҡлау фильмына индерелеп, республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналына урынлаштырыласаҡ.

Читайте нас: