+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңы проект – «Утлы йылдар ауазы»

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Утлы йылдар ауазы» проектын башлап ебәрҙе.

Күп ғаиләләр өйҙәрендә атай-олатайҙарының һуғыш хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. Йылдар үтеү менән дә улар фронт йылдарын, яугирҙәрҙең батырлыҡтарын хәтерләтеп тороусы изге ҡомартҡы булып ҡала.

Театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов һәм театрҙың режисcёры Зиннур Сөләймәнов етәкселегендә проект өҫтөндә эш, фронт хаттарын йыйыу һәм эшкәртеү апрель башында уҡ башланған. Был яҙмаларҙа һуғыш тураһында ҡыҫҡаса һөйләүҙәр, шиғырҙар, һарғайған фотоһүрәттәр, хәрби гәзиттәрҙән киҫеп алынған өҙөктәр ҙә бар. Уларҙы артистар уҡып, көн һайын «Бәйләнештә» селтәрҙәрендәге төркөмдәренә https://vk.com/tko_sterlitamak һалып барасаҡ.

Читайте нас: