+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Еңеүгә юл» уйыны нигеҙендә тарихи мәғлүмәттәр ята

«Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан булдырылған яңы проектын туйлай. «Еңеүгә юл» уйыны тelegram-бот ярҙамында яһалып, 1941 – 1945 йылдарҙағы ваҡиғалар буйынса мауыҡтырғыс квест рәүешендә эшләнгән.

Хәрби юлды үтергә һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының төп этаптарын хәтергә төшөрөргә уйындың дүрт режимы – «Фронтовик», «Тыл хеҙмәтсәне», «Диверсант», «Снайпер» ярҙам итә. Һәр бер хәл ителгән аҙым персонаждың артабанғы яҙмышын билдәләй. Уның Еңеү көнөн ҡаршылай алыуы уйынсының белеменән һәм һайланған стратегияһынан тора.

Уйын нигеҙенә ысын тарихи мәғлүмәттәр, ваҡиғалар һәм кешеләрҙең биографиялары һалынған. Уны булдырыусы белгестәргә Даян Мурзин, Алексей Ботян, Александр Печерский, снайперҙар Василий Зайцев, Фёдор Охлопков, Михаил Буденков, механик Иван Красносельских һәм башҡа яугирҙарҙың хәрби батырлыҡтары илһам биргән. Был квест-уйын балалар өсөн генә түгел, өлкәндәргә лә мауыҡтырғыс буласаҡ.

Читайте нас: