+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Музей асылған көн

2005 йылдың 8 майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығы айҡанлы Өфөнөң Дим биҫтәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы асыла.

Унда дивизияның тарихын һүрәтләгән бай экспозиция ҡуйылған: фотолар, документтар, ҡоралдар, хәрби кейемдәр, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыуға ҙур көс һалған, уның командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа айырым урын бирелгән.

Дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километр үткән, Чернигов исеменә лайыҡ булған. Уның байрағын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов, II дәрәжә Кутузов ордендары биҙәгән. 78 һуғышсыһы Советтар Союзы Геройы исемен алған. 2020 йылдың 30 мартында генерал Шайморатовҡа ла Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Читайте нас: