+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шайморатов урамы төҙөкләндерелә

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан баш ҡалабыҙҙағы Шайморатов урамы төҙөкләндерелә. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә ҡала мэры Өлфәт Мостафин хәбәр итә.

– Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Геройыбыҙ – генерал Шайморатов исемен йөрөткән урам бар. Бәлки, уны күптәр белеп бөтмәйҙер. 1949 йылдың ноябрендә, ул саҡта Черниковка ҡала башҡарма комитеты, урамға ошо исемде биргән, — тип яҙған Өфө хакимиәте башлығы.

Был урамды төҙөкләндерер өсөн аҡса ҡала ҡаҙнаһынан бүленгән.

Читайте нас: