+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ветерандарға Президент ҡотлауы менән өсмөйөшлө хаттар таратыла

Республикабыҙҙа йәшәгән 65 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм тыл эшсәне Рәсәй Президенты Владимир Путиндың шәхси ҡотлауы менән өсмөйөшлө хаттар аласаҡ.

Был хаттарҙы улар йыл аҙағына тиклем илдең теләһә ниндәй нөктәһенә ебәрә ала, сөнки уларҙа почта түләүе билдәһе ҡуйылған. Федераль элемтә агентлығы, Рәсәй почтаһы һәм «Марка» акционерҙар йәмғиәте Еңеүҙең һәр юбилейына ветерандар өсөн бушлай хаттар сығара.

Әйткәндәй, һуғыш ваҡытында өсмөйөшлө хаттарҙы ябай ҡағыҙға яҙғандар. Үҙенсәлекле бөкләү системаһы конверт талап итмәгән, адресы ҡағыҙҙың тышҡы яғына яҙылған. 1941 – 1945 йылдарҙа почта хеҙмәте бөтәһе 6 миллиардтан ашыу фронт хаты ташыған.

Читайте нас: