+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
10 Август 2021, 13:40

Ҡара мыйыҡ мажаралары

Бөтөнләй уйламағанда, икенсе синыфты тамамлаған ейәнсәрем Ҡара мыйыҡты йәйге каникул осоронда ҡарап торорға тип миңә алып килде лә үҙе икенсе өләсәһенә ҡунаҡҡа китте.

Ҡара мыйыҡ мажаралары
Ҡара мыйыҡ мажаралары

Тәүҙәрәк бесәй үҙен һин дә мин тотто. Ләкин тора-бара хәйләләшә башланы. Иртән барыһы ла эшкә китеп бөтә. Иң аҙаҡтан мин ҡуҙғалам. Ҡара мыйыҡ шым ғына күҙәтеп ултыра. Кейенә башланыңмы, ишек төбөнә бара. Мине лә алығыҙ, тиҙер инде. Беҙ уны йома көнө баҡсаға алып китәбеҙ ҙә йәкшәмбе кире алып ҡайтабыҙ. Әммә эшкә бесәй менән килеп булмай ҙа инде.
Шулай итеп, көн һайын Ҡара мыйыҡ ишек төбөн ҡарауыллай башланы. Бер саҡ, шулай уны алдаштырып ҡына сы­ғып барғанда, теге йән-фарманға йүгереп кил­де лә ишектән сығып та һыҙҙы.
Хәҙер быны нисек тоторға тип уйға ҡалдым. Ишекте бикләнем дә лифтҡа ултырып тиҙ генә етенсе ҡаттан беренсегә төштөм. Ишек алдында һаҡсы һымаҡ баҫып, уны көтәм.
Юҡ бит әй, күренмәй. Аптырағас, йәйәүләп икенсе, өсөнсө ҡатҡа күтәрелә башланым. Ҡараһам, бесәйем һин дә мин баҫҡыс буйлап еҫкәнә-еҫкәнә төшөп килә. Ул мине, мин уны күреүгә икебеҙ ҙә тертләп ҡуйҙыҡ. Ярай, ит киҫәге һалып алғайным, иркә генә һүҙ­ҙәр менән саҡырып, шуны быға һуҙам. Боролоп та ҡарамай бит.
Ейәнсәремде күҙ алдына килтереп, уның тураһында уйланым да, нисек бул­һа ла тотоу яғын ҡарай башланым. Эшкә китәһе урынға бесәй баҫтырып йөрө инде. Етмәһә, таң менән. Таныштар күреп ҡалһа, был бер төрлө була башлаған икән, тип уйлауҙары ла мөмкин.
Кешеләрҙән бер оялһам, шул бесәй арҡаһында эшкә лә һуңға ҡалына бит инде, тип кәйефем бөтөнләй бөттө.
Бесәй хәтле етеҙ бесәйҙе, бар, тотоп ҡара. Ул бит дүрт аяҡлы, ә минеке икәү генә. Йәш саҡ булһа, бәлки, тотор ҙа инем. Һөйләнеп ни эш ҡылаһың. Бер ваҡыт тегене тоттом ғына тигәндә, һөрлөгөп йығылдым. Ярай әле бер ерем дә имгәнмәне. Кеше-фәлән күрмәҫ борон тип, тиҙ генә тороу яғын ҡараным. Тоторһоң, тотмай ни, тип өмөтһөҙләнеп, ҡул ғына һелтәнем дә эшкә киттем.
Кис өйгә ҡайтһам, бесәйем ауыҙ-моронон ялап, һин дә мин ишек төбөндә көтөп ултыра. Хәҙер эшкә киткән һайын тегене тышта ҡалдырам, ә кис үҙе ҡайтып инә. Вәт бит әй, бесәйҙәр ҙә кеше һымаҡ бөтәһен дә аңлай икән. Хәҙер икәүләп, мин – эшкә, Ҡара мыйыҡ урамға сығып китә.
Шулай итеп, беҙ бик ныҡ дуҫлашып киттек бының менән. Инде үҙем, әйҙә, теләгәнсә йөрөһөн, ваҡыты еткәс, ҡайтыр әле, тип ишек артында мыяулаған тауышын ишеткәнсе көтөп ултыра башланым.
Бер көндө сериалдар ҡарап ултырып, бесәйҙең тауышын ишетмәгәнмен. Кемдер ишек ҡыңғырауына баҫҡас ҡына, сығып ҡараһам, был, мин ҡайттым, ишекте ас, тигән һымаҡ мыйығын тырпайтып ултыра.

Баҡсала

Баҡсаға бараһы көн яҡынлашһа, Ҡара мыйыҡ ишек төбөнә килеп ултыра ла, йә инде, тиҙерәк ҡыбырлағыҙ, тигән һымаҡ, мыяулап беҙҙе көтә башлай. Уның түҙемһеҙлеген күрһәң: туҡтауһыҙ аяҡ аҫтында тапана, ишек төбөнә ултыртҡан һәр нәмәне еҫкәп ҡарай. Шунан машинаға ингәс тә тыныслана алмай, тегеләй-былай йөрөй башлай. Баҡсаға барып еткәнсе шулай. Ҡыҫҡаһы, машинала йөрөргә бик яратмай. Бәлки, көн эҫе булғанға ла, шулай үҙен тыныс­һыҙ тоталыр. Инде нимә эшләһен, өйҙә яңғыҙы ултырыуға ҡарағанда иркенлектә йөрөүе һәйбәтерәк тә инде.
Сираттағы ял көнөндә Ҡара мыйыҡты тағы баҡсаға алып киттек. Барып етер-етмәҫтән машинанан һикереп төштө лә үҙебеҙҙең баҡса өйө яғына йүгерҙе, әйтерһең, уның тыуған ере шунда. Ә бит, ысынлап та, уны ошонан алып ҡайттыҡ.
…Көҙ көнө баҡсанан ҡайтып килгәндә ҡарауылсы өйө эргәһендә ейәнсәрем яңыраҡ ҡына тыуған бесәй балаларын күреп ҡалды ла: «Әйҙә, был бәләкәстәрҙең бөтәһен дә өйгә алып ҡайтайыҡ. Ана бит ниндәй матурҙар», – тип теңкәгә тейгәс, шуларҙың иң матурын ғына һайлап алдыҡ. Хәҙер Ҡара мыйыҡҡа бер йәш инде. Бесәйебеҙ кәүҙәгә ҙур булып үҫеп китте. Ейәнсәрем саҡ күтәреп йөрөтә үҙен.

Турғай

Баҡсаға барһаң, эштән бушап булмай. Бесәй ҡайғыһы ла китә. Ул үҙ көнөн үҙе күрә. Сысҡан тотоп ашай. Һуңғы барғанда бер турғайҙы тотоп алып, өҫтәл аҫтында уйната ғына башлағайны, ҡошсоҡ осоп сыҡты ла китте.
Ейәнсәрем бесәйҙең башынан һыйпап, үҙен йәлләп ҡуйҙы. Бесәйебеҙ нимә эшләргә лә белмәй, бер иҙәнгә, бер беҙгә ҡарап бер аҙ аңҡы-тиңке булып йөрөнө.
Мин уны: «Эй, асыҡ ауыҙ, тотҡан тур­ғайыңды ла ысҡындырҙың бит, – тип әрләп тә ҡуйҙым. – «Деликатес» аша­йым ғына тигәндә, ас ҡалдың инде».
Шулай тиһәм дә, үҙем турғайҙың ҡотолғанына һөйөндөм генә. Әйҙә, осһон ҡошсоҡҡай. Бесәйгә ашарға унан башҡа ла ризыҡ етерлек.

Ҡарғалар

Бер заман эштән арынып бесәйҙе саҡырһам, ҡарға ҡарҡылдауынан башҡа бер ниндәй тауыш юҡ. Ни эшләп былар ҡысҡыра әле, тип шул яҡҡа барһам, бесәйебеҙгә ҡарғалар ташланырға итә.
Ҡара мыйыҡ ағастың башына уҡ менгән дә төшә алмай аҙаплана. Ә ҡарғалар уға һөжүм итергә әҙерләнгән кеүек осоп ҡуналар. Бәлки, ҡоштарҙың унда оялары булғандыр ҙа, сабыйҙары өсөн борсол­ғандарҙыр. Ҡарғаларҙы көс-хәл менән ҡыуып ебәреп, Ҡара мыйыҡты әсирлектән саҡ ҡотҡарып алдыҡ.

Алабай

Күршебеҙ баҡсаға этен алып килә башланы. Ә беҙҙең бесәй үҙе генә рәхәтләнеп, был тирәгә хужа булып йөрөп өйрәнгәйне. Алабайҙы күрһә, йөндәрен ҡабартып ҡатып ҡала ла ҡуя. Эт өрөп тә ҡарай, ҡыуырға итә, ә бесәйҙең ҡасырға уйында ла юҡ. Шунан Алабай үҙе ҡур­ҡыптыр, күрәһең, һинең менән эт бул­ғансы, типтер инде, быға өрмәй башланы. Бәләкәй генә йән эйәһенең үҙ ерен һаҡлауы, ҡурҡмауын белдереүе һоҡланырлыҡ ине.
Күпмелер ултырғандан һуң, Ҡара мыйыҡ үҙебеҙҙең баҡсала йөрөй ҙә теге яҡ­ҡа ла сығып китә. Бер нисә мәртәбә күршеләрҙән алып ҡайтҡыланыҡ. «Эт үҙеңде өҙгөләп ташлаһа, ни эшләр­һең», – тип әрләп тә ҡараныҡ. Ә Алабай беҙгә килмәй, Ҡара мыйыҡ шунда барып, уның асыуын килтереп, йөнөн ҡабартып ултырмаһа, күңеле булмай.
Эттең хужаһы ла, беҙ ҙә, уларҙың араларына ҡыҫылмаҫҡа ҡарар иттек. Кем белә, бәлки, дуҫлашып та китерҙәр. Әммә әлегә борсаҡтары бешмәй улар­ҙың. Бер-береһенә ырылдашып ултырыуҙан ары китә алмайҙар.

Иртә ҡайтыу

Һәр ваҡыттағыса, йәкшәмбе баҡсанан иртәрәк ҡайтырға уйланыҡ. Әйберҙәрҙе төйнәп, инде ҡуҙғалырға тип торғанда, Ҡара мыйыҡ юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
Уны эҙләй-эҙләй арып, тәүҙә ейәнсәрем йоҡлап китте, шунан улым карауатҡа ятып ҡына торған ерҙән ойоно. Үҙем дә әҙерәк серем итеп алдым, ә бесәй һаман юҡ.
Көтә торғас, асыҡтыра ла башланы. Баҡсалағы урамдың теге яҡ башына эҙләп киттем, шунан килеп сыҡты был. Аҡ ҡына тәпәйҙәре менән йомшаҡ ҡы­на баҫып, башын аҫҡа эйеп, былай ҙа оҙон ҡойроғон һәлендереп, ғәйебен танығандай итеп артымдан эйәрҙе. Шатлығымдан шунда уҡ күтәреп алдым да арҡаһынан һыйпап иркәләгәс кенә, асыуымдан кире ергә ырғыттым:
– Мыяу, мыяу! – тип яуап бирһәң ни була. Кәрәкмәгәндә бик тә тауышың сыға лабаһа, күпме саҡырҙым үҙеңде, – тип шелтәләп тә алдым.
Алтыла ҡайтырға йыйынған кешеләр, киске унға саҡ өйгә килеп индек.
Һанай башлаһаң, Ҡара мыйыҡтың мажаралары күп булды инде. Хәҙер баҡсанан ҡайтыр булһаҡ, бесәйҙе өйҙән сығармай тотабыҙ, юғиһә, тиҙ генә табырмын тимә.

Тәмле тамаҡ

Өйгә ҡайтып, сәй эсергә ултырғайныҡ, бесәйебеҙ мыр-мыр килеп, нимәлер һоранып йөрөй башланы. Асыҡ­ҡандыр тип, ашап ултырған ҡауынымды саҡ ҡына бүлеп биргәйнем, ялп иттереп ауыҙына ҡапты. Шунан тағы күберәк итеп алдына һалғайным, уныһын да йомоп ҡуйҙы. Бесәй ундай тәмле-татлыны ашамайҙыр, тиһәк, бер ҙә улай түгел икән. Күрәһең, уларға ла витамин кәрәк. Аҙаҡ, үҙебеҙ ашаған һайын, быға ла ҡауындан өлөш сығарҙыҡ.

Л. САЙРАНОВА.

Читайте нас: