+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
12 Май 2023, 12:00

Беҙҙең хәтерҙә йәшәй

Ҡартатайым Яҡуп Сәлих улы Юнысбаев 1917 йылда Шәмсел утарында тыуған. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда һуғыш башлана.

Беҙҙең хәтерҙә йәшәй
Беҙҙең хәтерҙә йәшәй

Ул үҙ теләге менән яуға китә. Ҡартатайым Ленинград фронтының 4-се техник-авиация батареяһында рядовой автоматсы була. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер нисә тапҡыр орден, миҙалдар менән бүләкләнә. 

1946 йылдың 20 мартында тыуған яғына иҫән-һау ҡайтып төшә. Өләсәйем Зөләйха Мырҙабулат ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр.

Ҡартатайым хәҙер иҫән түгел, әммә беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәй.

 

Зәлиә ЮНЫСБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Аҡморон ауылы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: