+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
20 Сентябрь 2023, 17:40

Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр

“Мәктәп проекттарын һәм программаларын тормошҡа ашырыу үҙәге” ойошмаһы республика Башлығы гранттарының беренсе конкурсында еңеүсе булды. Ошо айҡанлы 20 сентябрҙә Межгорье ҡалаһында Хәрби батырлыҡ һәм дан кабинетының презентацияһы үтте.

Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр

Мәктәптән тыш эштәр үҙәгендә инде бер йыл самаһы Бөйөк Ватан һуғышы осоро тарихы кабинеты эшләй. Грант был кабинетты тулыландырыуға ҙур ярҙам булып торҙо: интерактив ҡорамалдар алынды.

Ҡала мәктәптәренең Шайморатов кластары, йәш армеецтар хәрәкәте ағзалары, уҡыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, өҫтәмә белем биреү педагогтары Хәрби батырлыҡ һәм дан кабинетын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Илһөйәрлек тойғоһон үҫтерәләр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: