+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
23 Апрель 2021, 11:11

Оҫталыҡ дәресендә

Сылтыр! Сылтыр! Сылтыр! Шишмә тауышы ишетеләме?.. Юҡ! Шишмә тауышы түгел. Беҙҙең ҡыҙҙарҙың түшелдерегендәге тәңкәләр йырлай, улар бер-береһе менән серләшә кеүек...

Ысынлап та, йома көндө белем усағыбыҙ хазина һандығына әүерелә. Сөнки башлан­ғыс һәм урта синыфтар ғына түгел, уҡытыу­сыларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ иң затлы милли кейемдәрен кейеп, мәктәпкә йыйыла. Ағинәйҙәр йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырһа, әсәйҙәр иһә милли ризыҡ менән һыйлай.

16 апрель – Милли кейем көнө уңайынан мәктәбебеҙҙә осрашыуҙар ғына уҙғарылып ҡалманы, ә ауылыбыҙ оҫтабикәһе Мәүлиҙә инәй Ибраһимова заманса түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. VI – VIII синыф ҡыҙҙары ҙур ҡы­ҙыҡ­һы­ныу менән ҡул оҫтаһы әйткән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңланы. Уларҙың да тиҙерәк түшелдерек эшләү серҙәренә өйрәнгеһе килде. Әлбит­тә, улар ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирҙе, киләсәктә ҡуллана алырлыҡ белем тупланы.

Беҙҙең өсөн ныҡ кәрәкле оҫталыҡ дәресе булды. Мәүлиҙә инәй һөйләгәнде тыңлап ҡына ултырманыҡ, түшелдеректе үҙебеҙ ҙә яһарға өйрәнә башланыҡ.

Айлина КҮСӘРБАЕВА,

VII cиныф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.
Читайте нас: