+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
16 Декабрь 2021, 17:00

Күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуға ни етә!

– Бөгөн беҙҙә – «Йәншишмә» гәзите ҡунаҡта, – тип хәбәр итә 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының радиоһынан директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Рәмилә Ишкинина.

Күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуға ни етә!
Күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуға ни етә!

Унан радио тулҡындарында гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов сығыш яһап, балаларҙы «Йәншишмә» менән таныштыра, бүләк отоу мөмкинлеге хаҡында белдерә.
– Беҙҙең гимназияла барлығы 423 бала уҡый. Улар – республикабыҙҙың район-ҡалаларынан һәм Ырымбурҙан йыйылған. Әле сығышығыҙҙы барлыҡ синыфтар ҙа ишетте. Ниндәйҙер ҡыуаныслы хәл-ваҡиға, яңылыҡтарҙы ла радионан тиҙ арала еткерә һалабыҙ. Бик тә уңайлы. Беҙҙә радио 2007 йылдан алып эшләп килә, – ти Рәмилә Мәүлитйән ҡыҙы.
Район, республика кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында еңеү яулаған, призлы урындар алған уҡыусыларға иһә гәзиттең баш мөхәррире менән күҙгә-күҙ ҡарашып, яҡындан осрашыу бәхете тейҙе. Бындай аралашыуға бер ни етмәй инде ул! Осрашыу бик йәнле барҙы. Ҡыҙҙар, егеттәр үҙҙәре хаҡында ла һөйләне, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бир­ҙе.
Әлеге күрешеүҙән һуң дуҫлыҡ ептәре тағы ла нығынғандыр, тип ышанғы килә. Киләсәктә лә бергә булып, был гимназияла ла дуҫтарыбыҙ күбәйһен ине.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Күмертау ҡалаһы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: