+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Июль 2021, 13:20

Ҡотлайбыҙ гәзит-бүләк конкурсы еңеүселәрен!

Ҡәҙерле дуҫтар! "Йәншишмә" гәзите 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап республика уҡытыусылары араһында гәзит-бүләк конкурсы ойошторғайны. Бының өсөн һәр уҡытыусы гәзит-бүләк, йәғни "Йәншишмә" баҫмаһын бер балаға яҙҙырттып, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш ине. Шөкөр, ошо гәзит-бүләк конкурсында бик күп уҡытыусылар, башҡа өлкәлә хеҙмәт иткән изге кешеләр, өләсәйҙәр ихлас ҡатнашты. Бына улар:

Ҡотлайбыҙ гәзит-бүләк конкурсы еңеүселәрен!
Ҡотлайбыҙ гәзит-бүләк конкурсы еңеүселәрен!

Гүзәлиә Йәнтүрина (Миәкә, Тамъян-Таймаҫ), Гөлшат Байдәүләтова (4-се лицей ветераны), Зөбәйҙә Тойғонова, Гөлгенә Яҡшыбаева (4-се лицей), Земфира Ғүмәрова (Билал), Дилә Исхаҡова  (Түбә), Хәлиҙә Ҡоланбаева (Йәнйегет,Баймаҡ), Рузалиә Айҙарова (Көйөргәҙе, Яҡшембәт), Гөлмирә Бикбулатова (Туймазылағы 6-сы мәктәп), Руфина Камалова (Дүртөйлө, Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы), Гүзәл Саҙретдинова (Илеш, Ишҡар), Зәлиә Буранғолова (Сибай, 1-се мәктәп), Ләлә Абзалова (Туймазы, Бишҡурай),  Сөмбөл Әсфәндиәрова (Бишбүләк, Ҡаныҡай), Гөлнур Байрамғолова (Салауат, Малаяҙҙағы 1-се мәктәп), Эльза Мөхәмәҙиева (Межгорье, 3-сө мәктәп), Миләүшә Ғәйфуллина  (Ҡырмыҫҡалы, Малай), Гөлфирә Сөйөшева (Өфө), Миңзифа Иштуғанова (Салауат, Малаяҙ), Гөлнара Кәримова (Хәйбулла, Һамар), Ришат Миндийәров ("Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе) һәм Фәүриә Йәлилова (Ишембай, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы). Улар барыһы ла редакцияның Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.

Шулай итеп, бәйгелә беҙҙең төркөмдә иң күп лайыҡ йыйған бүләк-гәзит эшләүсе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Гүзәл  Әхмәҙиева (Әбйәлил, Рауил), Римма Тимербулатова (Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы) һәм Әлнисә Алдырханова-Кәримова (Сибай интернат-гимназияһы) редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм  киләһе 2022 йылдың I ярты йыллығына уларҙың бер уҡыусыһына сентябрь айында  "Йәншишмә" гәзитенә подписка бүләк ителәсәк.

Конкурста ихлас ҡатнашҡанығыҙ һәм  изгелелегеҙ өсөн һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һаулыҡ һәм тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: