+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
19 Июнь 2021, 12:38

Һиңә ҡушамат тағалармы?

«Ҡәҙерле редакция! Ҡайһы бер ҡыҙҙар һәм малайҙар тиҫтер­ҙәренә исем тағырға ярата. Мәҫәлән, кешенең кәүҙәһенә ҡарап: «Һимеҙ», – тип әйтергә лә тартынмайҙар. Үсекләүсе, ҡушамат тағыусыларға нисек ҡаршы торорға? Кәңәш бирегеҙ әле. АЗАЛИӘ».

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Беләһегеҙме, мине мәктәптә кем тип үсекләй торғайнылар? Эйе-эйе, синыфташтарым ара­һында ла исем тағыусылар булды. Улар: «Боцман корабля – пятьдесят два рубля!» – тип ҡысҡыралар ҙа үҙҙәре мәктәп коридоры буйлап ҡаса ине. Ә мин тегеләрҙе баҫтырам. Әлбиттә, тотола ҡалһалар, ныҡ ҡына елтерәтеп тә алырға көсөмдән килә ине. Башҡалар­ҙан кәүҙәмдең тулы булыуы менән айырылып тор­ған­ғалыр, улар «бусман, һи­меҙ», тип исем тағып ма­таш­ты. VI синыфта ябыҡтым. Шулай ҙа баяғылар миңә юҡ-юҡта йә командир, йә капитан, артабан председатель, тип тә өндәшеп ҡараны. Инде олоғай­ғас, синыфташтарҙың осрашыуында егеттәрҙең берәүһе: «Әлмира, һуң һин бит, ысынлап та, тумалаҡ ҡына инең, ысынын әйткән өсөн мине туҡмай торғайның», – тип әйткәс, көлөшөп тә алдыҡ.

Тағы ла бер хәл. Әхирәтем менән уның өйөндә сәй эсеп ултырабыҙ. Бер ваҡыт ишектән биттәре ҡып-ҡыҙыл булып янып, күҙҙәренән зәһәр ос­ҡондар сәсеп, ҡыҙы килеп инде?! Портфелен иҙәнгә ырғытып ебәргән баланың янына йүгерешеп барып, ни булғанын белешәбеҙ. «Уф, мине ма­лайҙар Шрек тип үсекләй, әсәй!» – тип мыршылдай башланы ҡыҙый. «Уй, балаҡайым, оҡшағанһың бит, ҡалайтайым һуң, тыныслан, иғтибар итмә башҡаларға, бөҙрәкәй генә һы­лыуым бит һин минең, төкөр шуларҙың һүҙҙәренә», – тип йыуатты әсәһе ҡыҙын. Әхирәтемдең: «Оҡша­ғанһың бит», – тип «тыныс­лан­ды­рыуын» һаман да хә­тергә төшөрөп, көлөп алабыҙ.

Тимәк, исем тағыусылар бул­ған, бар һәм буласаҡ, тигән һығымта яһарға мөмкин, шулай бит? Уларҙан ҡотолорға маташыу – йүләрлек. Сөнки башҡа кешене тәрбиәләргә тырышыу – үҙеңдең үтә лә ҡәҙерле ваҡытыңды сарыфлау ғына. Әгәр ҙә ул кешенең ғаиләһендә башҡаларҙан көлөү, мыҫҡыллау, кәмһетеүсе исем тағыу норма тип һанала икән, тимәк, һинең уны аҡылға ултыртырға тырышыуың юҡҡа буласаҡ. Бына беҙ һинең менән тағы ла бер бик етди һығымтаға килдек – бала төп тәрбиәне ғаиләһендә генә ала. Халҡыбыҙ был турала: «Оя­һында ни күрһә, осҡанында шул булыр», – ти.

Шулай ҙа нисек итеп исем тағыусыларҙың ҡотҡоһона бирешмәҫкә? Нисек үпкәләмәҫкә, иламаҫҡа, оял­маҫҡа, ғәрләнмәҫкә шуларҙың һүҙҙәренә? Дуҫҡайым минең, үҙем уларҙың «ҡорбаны» булараҡ, һиңә шуны әйтәм – исем тағыусыларға тамаша кәрәк, башҡалар алдында ошо рәүешле «сығыш» яһау – ундайҙар өсөн ҡыҙыҡ бер мәрәкә. Ә һинең йөҙөңдөң һәм кәйефеңдең үҙгәреш кисереүе, йәиһә, миндәй булып, арттарынан сабып йөрөп баҫтырыу­ҙар ошо тамашаны «йәмләндерә» генә! Һәм бына беҙ икәүләшеп ошо мәҡәләнең иң төп һәм мөһим һығымтаһына ла килеп еттек – исем тағыусыларҙың бар тырышлығын инҡар итеп өйрәнеү, иғтибар бирмәү тамашаны башланмаҫ элек тамамланыуға килтерер. Әлбиттә, провокатор бер нисә тапҡыр ынтыласаҡ һине төрлө яңы алымдар менән йәнә лә «сәхнәгә» сығарырға. Әммә һин бирешмә, йәме!

Иң мөһимен әйтергә онота яҙғанмын – был осор ваҡытлыса ғына, үтә ул. Әгәр әле үк кешенең йәмһеҙ һүҙҙәрен «ишетмәҫкә», үткәреп ебәрергә өйрәнһәң, был киләсәктә һиңә ныҡ ярҙам итәсәк. Мин беләм, ышан, дуҫҡайым!

Әлмира ИСХАҠОВА,

психолог.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: