+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Ете аҙым" марафоны

Назар Нәжми исемендәге баш­ҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы бик матур уҙҙы. «Ете аҙым» марафоны тип аталды ул. Беренсе көндө саралар радиотапшырыу менән асылып китте. Йәш хәбәрселәр Азалиә һәм Динислам Саттаровтар, Розалиә Ниғмәтуллина башҡорт теле, туған тел тураһында шиғырҙар һөйләне, тапҡыр һүҙҙәр уҡып ишеттерҙе.

"Ете аҙым" марафоны
"Ете аҙым" марафоны

Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса видеомарафон да ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар күп булды. Уҡыусылар бөйөк мәғрифәтсенең «Нәсихәттәр», «Аттың ниһен маҡтайһың?», «Баш­ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғырҙарын һөйләп, видеороликтар төшөрөп, интернет селтәрендә үҙҙәренең сәхифәләренә ҡуйҙы. Улар туған телебеҙҙең байлығын, Башҡортостан еренең матурлығын сағылдырырға тырышты. Инглиз теле уҡытыусылары ла шағирыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады тураһында инглиз телендә йөкмәткеле видеоролик төшөрҙө.
Шулай уҡ гимназия кабинеттарын биҙәү буйынса ла конкурс үткәрелде. Һәр бүлмәгә башҡорт рухын уятырлыҡ стендтар, стена гәзиттәре эленде.
Уҡыусыларға бигерәк тә «Үҙидара көнө» оҡшаны. Күптәр өсөн был ғәҙәттәге көн кеүек булһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барыусы уҡыусы, уҡытыусылар өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға ине. Сөнки балалар тәүге тапҡыр үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡараны. II «А», IV «А» синыфтарында – башҡорт теле дәрестәре, ә V «A», V «Б», VIII синыфтарҙа башҡорт әҙәбиәте дәрестәре үтте. Уларҙы Азалиә Сәлимгәрәева, Азалиә Саттарова, Розалиә Ниғмәтуллина алып барҙы. Был уҡыусылар хәҙер инде уҡытыусы эшенең ни тиклем яуаплы булыуын аңлағандыр, моғайын.
Тәнәфестәрҙә дәртле, күңелле көйҙәр яңғырап торҙо. VIII синыф ҡыҙҙары Розалиә Ниғмәтуллина һәм Рената Ғәфүрова башланғыс синыфтарға башҡорт милли бейеүҙәренең ҡайһы бер элементтарын өйрәтте. Ә юғары синыфтар өсөн дискотека ойошторолдо.
Аҙналыҡтың бер көнөндә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн – «Урал батыр», «Ҡоралай», «Һеңлекәш», ә юғары синыфтарға «Бабич«, «Беренсе республика», «Әсә» фильмдары күрһәтелде. Тағы ла уҡыусылар Пушкин картаһы менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡуйған «Урал батыр» спектаклен ҡарап, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы менән танышты.
Был аҙналыҡта республикала сыҡҡан балалар гәзит-журналдарына яҙылыу ҙа ойошторолдо. Уҡыусылар күберәк «Йәншишмә»не һайланы.
Гимназиябыҙ директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова уҡыу­сыларҙы, уҡытыусыларҙы Башҡорт теле көнө менән ҡотлап, аҙналыҡты ойоштороуҙа, үткәреүҙә әүҙемлек күр­һәткәндәргә рәхмәтен еткерҙе.

Зөһрә ӘХМӘТОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Дүртөйлө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: