-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
10 Февраль 2022, 12:33

Ғафуриҙар акрошиғыр һөйләй

Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үтә. Кескәйҙәр ҙә, уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ә был видеола https://vk.com/video131561046_456239110?list=f929863fe17710095e Ғафури районы Юлыҡ мәктәбенең VI, VIII синыф уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева ижад иткән акрошиғырҙы һөйләй. Рәми, һинең шиғырҙарҙы уҡып,Әҙме йәштәр рухын нығытты!

Ғафуриҙар акрошиғыр һөйләй
Ғафуриҙар акрошиғыр һөйләй
Моңло телебеҙҙе һаҡлап саптың,
Ихлас күңел менән яраттың!!

Ғәмле-сәмле заман килеп етте –
Аңлы кеше телен ташламаҫ!
Рухһыҙ башҡорт ҡына уй уйламаҫ,
Ил тойғоһон һис тә һанламаҫ!
Пар ҡанатлы хыял ғына булмаҫ –
Ошо ышаныста йәшәйбеҙ:
Ватанымда йәшәр телебеҙ!!!
 
   Матур килеп сыҡҡан, шулай бит!?
 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: